Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система» муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Центральная библиотека

Часы работы


ПН-ПТ: 09:00-18:00
Без перерыва
СБ: 09:00-17:00
Обед: 13:00-14:00

“Тыуған яҡ шағирҙары”

21.03.2024

(12+) “Тыуған яҡ шағирҙары”
Бөгөн шиғриәт көнөндә район мәҙәниәт һарайында табын ырыуҙарының Тимерғәле Килмөхәмәтов исемендәге “Табын ере-илһам иле” тип аталған шиғри бәйгеһенә йомғаҡтар сығарыу сараһы үткәрелде.
Унда табын ырыуҙары берләшмәһе рәйесе Фәнил Ҡоҙаҡаев, жюри рәйесе, журналист, яҙыусы, БР һәм РФ Яҙыусылар берлеге ағзаһы, йәмәғәтсе Нияз Сәлимов, жюри ағзаһы, журналист, Яҙыусылар берлеге ағзаһы Клара Әғлиуллина һәм Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы районынан шиғриәт һөйөүселәр ҡатнашты.
Район үҙәк китапханаһы был сараға “Тыуған яҡ шағирҙары” тип исемләнгән күргәҙмә әҙерләне. Күргәҙмә районыбыҙҙың билдәле Ш. Бикҡол, Р. Ханнанов. И. Кинйәбулатов, Д. Булгакова, Б. Ноғоманов, Ф. Әбүталипова кеүек яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың төрлө йылдарҙа баҫылып сыҡҡан китаптарынан торҙо. Шулай уҡ был күргәҙмәне “Табын ере – илһам иле” конкурсында еңеүсе һәүәҫкәр шағир Ф. Ҡотлобаев, Шағирә Ф. Абдуллинаның китаптары ла тулыландырып торҙо.