Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система» муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Центральная библиотека

Часы работы


ПН-ПТ: 09:00-18:00
Без перерыва
СБ: 09:00-17:00
Обед: 13:00-14:00

(12+) «Тел яҙмышы – халыҡ яҙмышы»

18.04.2024

Район Мәҙәниәт һарайында Ҡырмыҫҡалы районы башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышы үтте.
Ҡорға йыйылыусылар иң тәүҙә өс төркөмгә бүленеп, төрлө проблемалар тураһында һөйләште. Бер төркөм “Айыҡ ауыл”, сәләмәт тормош менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итһә, икенсе төркөмдәге һөйләшеү эшҡыуарлыҡ темаһына арналды. Ә өсөнсө секцияла социаль селтәрҙәрҙе башҡорт телендә алып барған яҡташ блогерҙар хаҡында һүҙ барҙы.
Был сараға район үҙәк китапханаһы «Тел яҙмышы – халыҡ яҙмышы» тип исемләнгән күргәҙмә әҙерләне. Күргәҙмә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, телгә арналған, шағир, яҡтылыҡ йырсыһы М.Аҡмулла, мәғрифәтсе һәм әҙип М. Өмөтбаев, күренекле ғалим һәм яҙыусылар Ғ. Хөсәйенов, Т.Килмөхәмәтов, Ғ. Ҡунафин, Ф. Санъяров, З. Әлибаев һ. б. китаптарынан торҙо.