Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система» муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Центральная библиотека

Часы работы


ПН-ПТ: 09:00-18:00
Без перерыва
СБ: 09:00-17:00
Обед: 13:00-14:00

“Яугир хаттарының изге юлдары”

22.05.2024

“Яугир хаттарының изге юлдары”
Яҡташ яҙыусыбыҙ, шағир-фронтовик, драматург, тәржемәсе Шәриф Бикҡолдоң хәтер кисәһенә килгән ҡунаҡтарға, китап һөйөүсе дуҫтарына үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре “Яугир хаттарының изге юлдары” тип аталған акция үткәрҙе. Был акцияның маҡсаты: Ш.Бикҡолдоң һуғыш йылдарында яҙылған шиғырҙарынан өҙөктәрҙе ҡағыҙ биттәренә күсереп яҙып, уларҙан өсмөйөшлө хаттар эшләп, стендҡа беркетеп ҡуйырға кәрәк ине. Ҡунаҡтар сараға әүҙем ҡатнашты һәм үҙ ҡулдары менән яҙылған шиғыр юлдары аҫтына үҙҙәренең автографтарын да ҡуйып ҡалдырҙы. Китапханасылар үҙ сиратында был өсмөйөшлө хаттарҙы, китапханала уҙасаҡ сараларҙа ҡулланып, киләһе быуынға еткереүҙәрен белдерҙе.