Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система» муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Центральная библиотека

Часы работы


ПН-ПТ: 09:00-18:00
Без перерыва
СБ: 09:00-17:00
Обед: 13:00-14:00

Музыкаль-әҙәби кисә «Берҙән-бер әсәйемә»

22.11.2024

Рәсәйҙә ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә иң матур байрамдарҙың береһе – Әсәйҙәр көнө билдәләнә.
Һәр быуын өсөн әсәй мөхәббәт һәм наҙлылыҡ өлгөһө, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы булып тора. Әсәнең һиҙгер йөрәге, күңел йылыһы яҙмыштың аяуһыҙ елдәренән, ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларынан һаҡлай. Нәҡ ул беҙҙә юғары кешелек сифаттары тәрбиәләй, изге эштәргә фатихаһын бирә.
21 ноябрҙә Ҡырмыҫҡалы үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре Әсәйҙәр көнөнә арналған «Берҙән-бер әсәйемә» тип аталған әҙәби – музыкаль кисә үткәрҙе.
Байрам бик матур, күтәренке кәйефтә үтте. Саҡырылған ҡунаҡтар бер-береһенә матур ҡотлау һүҙҙәре әйтте, йылмайыу бүләк итте. Кисәнең программаһы ла фәһемле, ҡыҙыҡлы булды. Үтәгән ауылынан Зөлфиә Әсфәндиәрова, Ҡарлыманбаш ауылынан Гөлнара Иҫәнғолова үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, Ҡырмыҫҡалы ауылынан Венера Латипова иһә көйөн һәм һүҙҙәрен үҙе яҙған, балаларына, тормош иптәшенә бағышлаған йырҙарын йырланы. Хеҙмәткәребеҙ Гөлсиә Бикҡужина башҡарыуында шағирә Рәмзилә Хисаметдинованың Әсәйҙәр тураһындағы шиғырҙарын тыңлап, һөйөклө әсәйҙәребеҙҙе яҡты хистәр менән хөрмәтләп иҫкә алдылар. Ҡырмыҫҡалы ауылынан Лилиә Ғәҙелшина менән Нәсимә Намаҙғоловалар матур йырҙары менән моң донъяһында йөҙҙөрҙө. Килгән ҡунаҡтар төрлө конкурстарҙа ҡатнашты, йомаҡтар ҡойҙо.
Байрамдың икенсе өлөшөндә күмәкләшеп сәй эселде, иҫтәлеккә фотоға төшөлдө.