Әҙәби – музыкаль кисә ,, Мин – ҡатын – ҡыҙ “.
Яҙ – ҡатын-ҡыҙҙан башлана. Йәнендә һөйөү гөлдәре үҫтергән, наҙлы, иркә һүҙҙәр йөрөткән аҫыл заттан. Сөнки ҡатын-ҡыҙ донъяға кеше бүләк итә, уның һулышынан тормош йәшәрә, ғүмер усағы мәңге һүнмәҫ яна. Һөйөклө әсәйҙәр, хәстәрлекле апай-һеңлеләр, тоғро ҡатындар, изге күңелле өләсәйҙәр, ярҙамсыл әхирәттәр! Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә етеп килгән яҙҙың һоҡланғыс байрамы – 8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм байрам кәйефе теләйбеҙ!
6 март Ҡырмыҫҡалы үҙәк китапханаһында 8 март – ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналған ,, Мин – ҡатын – ҡыҙ ” тип аталған әҙәби – музыкаль кисә булып үтте. Килгән ҡунаҡтар бик күп йылы ҡотлау һүҙҙәре менән йылмайыу бер – береһенә бүләк итте. Кисәнең программаһы йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы булды. Венера Латыпова үҙе ижад иткән шиғырҙары һәм йыры менән сығыш яһаны. Фәһемле лә һәм ҡыҙыҡлы ла шиғырҙар менән Фәйрүзә Ҡотлобаев, килгән ҡунаҡтарҙы ҡотлап үтте. Моңло тауышы менән Нәсимә Намаҙғолова йырланы һәм матур теләктәр еткерҙе. Китапхана хеҙмәткәре Бикҡужина Гөлсиә башҡарыуында Р. Хисаметдинованың ,, Мин – ҡатын – ҡыҙ” һәм Р. Ғариповтың ,, Бәхет” шиғырҙары килгән ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. Шулай уҡ кисәлә төрлө уйын-конкурстар ойошторолдо.
Байрамдың икенсе өлөшөндә хеҙмәттәшебеҙ Кириллова Лариса энәлек эшләү буйынса мастер-класс үткәрҙе. Артабан йәмле өҫтәл артында сәй эселде һәм иҫтәлеккә фотоға төшөлдө.