Презентация книги “Живу настоящим”
22.06.2025
Ошо көндәрҙә Яңы Ҡыйышҡы ауылы клубында Үтәгән ауылының килене Зөлфиә Әсфәндийәрованың китап туйы шаулап-гөрләп үтеп китте.
Зөлфиә Мәғсүм ҡыҙын юбилейы һәм китап туйы менән ҡотларға яҡындары, туғандары, ижадташ дуҫтары йыйылды.
Байрамда бик күп матур теләктәр һәм маҡтау һүҙҙәре яңғыраны. Сара бай йөкмәткеле концерт программаһы менән килгән ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.
Юбилейың мөбәрәк булһын, Зөлфиә Мәғсүм ҡыҙы, тағы ла ижад емештәрең тыуып торһон!