Иҫтәлекле осрашыу.
Иҫтәлекле осрашыу.
Иҫке Муса ауыл китапханаһында шағирә, яҙыусы, журналист Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Ҡотлогилдина менән осрашыу үтте. Китапханасы Миләүшә Миңлегәли ҡыҙы Мөхәмәтйәрова ойошторған был сарала Иҫке Муса ауыл биләмәһе башлығы Илмира Әнүәр ҡыҙы Ғәлиәхмәтова ҡатнашты, ул шағирәнең ижадына юғары баһа бирҙе.
Ҡырмыҫҡалы район үҙәк китапханаһындағы методик бүлектең баш китапханасыһы Алһыу Рәлиф ҡыҙы Насырова Зөһрә Ҡотлогилдинаны бөтә ҙур коллектив исеменән сәләмләп, сәскәләр тапшырҙы, ә “Йөрәк һүҙе” проектының финалисы Гөлсиә Бикҡужина шағирәнең шиғырҙар шәлкемен уҡып ишеттерҙе.
Зөһрә Ҡотлогилдина һуңғы йылдарҙа бик мөһим һәм изге проект өҫтөндә эшләне: дүрт китап сығарҙы. Һуғыш балалары, улар күргән михнәттәр, илебеҙ тарихында булған ғазаплы йылдарҙың тере шаһиттарының иҫтәлектәрен туплаған был китаптарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Әлеге ваҡытта әҙибә бишенсе китап өҫтөндә эшләй. Был китаптарҙы һәр кеше уҡып сығырға тейештер, сөнки уларҙа ысынбарлыҡ, илебеҙҙең әсе үткәне.
Осрашыуҙа Иҫке Бәпес ауыл китапханасыһы, шағирә Фирүзә Абдуллина ҡатнашты. Зөһрә Ҡотлогилдинаның ижади эшмәкәрлегенә һоҡланыуын белдереп, уның шиғырын уҡыны, яңы сыҡҡан китаптарының мөһимлеген, һәр китапханасы өсөн өҫтәл китабы булырға тейешлеген билдәләне.
Осрашыуҙың аҙағында Миләүшә Миңлеғәли ҡыҙы шағирәгә балсыҡтан эшләнгән көршәк бүләк итте. Был көршәк – баһалап бөткөһөҙ, сөнки ул ошо Иҫке Муса китапханаһы эргәһендә эшләп килгән оҫтаханала яһалған. Шағирәнең һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы йырлашып, тәмле итеп сәй эсеп таралыштыҡ. Рәхмәт был күркәм сараны ойоштороусыларға, алыҫ араларҙы яҡынайтып ҡунаҡҡа килеүсе Зөһрә Сәлимйән ҡыҙына! Һаулыҡ, ижади үрҙәр, эшенә юғары баһалар теләйбеҙ.