Факиһа Туғыҙбаева – тыуған ергә һөйөү йырсыһы. Китап күргәҙмәһе.
Факиһа Туғыҙбаева – тыуған ергә һөйөү йырсыһы. Китап күргәҙмәһе.
Ҡырмыҫҡалы үҙәк китапханаһының уҡыу залында китапхана хеҙмәткәрҙәре әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле прозаик Факиһа Туғыҙбаеваның тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған ,, Факиһа Туғыҙбаева – тыуған ергә һөйөү йырсыһы ” тип аталған китап күргәҙмәһен үткәрҙе.
ТУҒЫҘБАЕВА Факиһа Һаҙый ҡыҙы (1.1.1950, БАССР‑ҙың Бүздәк районы Бәләкәй Ҡаңны а. — 20.3.2021, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), шағирә. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2014), РФ‑тың (2000) һәм БР‑ҙың (1992) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1999). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1981). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) “Башҡортостан пионеры” гәзитендә (ҡара: “Йәншишмә”) бүлек мөдире, 1979—87 йй. “Пионер” журналы (ҡара: “Аманат”) хеҙмәткәре; 1990—2010 йй. “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире.
“Мәк ялҡыны” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1980 й. сыға. Т. ижадына фәлсәфәүилек, лиризм, образлылыҡ һәм тел байлығы хас. “Күҙ ҡараһы” (1984), “Икмәк тә тоҙ” (“Хлеб да соль”, 1989), “Минең ҡошом — Һомай” (2000) шиғри йыйынтыҡтары, балалар өсөн “Шаҡмаҡлы дәфтәр” (1981), “Яңы күлдәк” (1983) һ.б. хикәйәләр һәм әкиәттәр китаптары авторы. “Фатихамды бирәм һиңә” (1994) китабына ингән әҫәрҙәре нигеҙендә — үҙ халҡына, тыуған еренә һөйөү, туған телдең киләсәге өсөн борсолоу. Башҡорт әҙәбиәтендә поэма жанрын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән. “Тәүбә” (1992—93) поэмаһы башҡорт халҡының азатлығы өсөн көрәшкән шағир Ш.Бабичҡа, “Ҡыңғырау” (1989) — экология проблемаларына арналған. Әҫәрҙәре урыҫ, төрөк һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. БР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт (1995), Р.Ғарипов исемендәге (1993) премиялар лауреаты.