27 ноябрҙә Ҡырмыҫҡалы районы үҙәк китапханаһында Әсәйҙәр көнөнә арналған ,, Әсәйем – изге фәрештәм “исемле әҙәби – музыкаль сара булып үтте.
Кисәгә әҙәбиәт һөйөүсе, шиғри күңелле әсәйҙәр йыйылды. Китапхана хеҙмәткәрҙәре килгән ҡунаҡтарҙы һәр ваҡыттағыса ихлас ҡаршы алдылар. Байрамды алып барыусы китапхана хеҙмәткәре Бикҡужина Гөлсиә әсәйҙәргә бағышланған шиғыр юлдары менән башлап ебәрҙе һәм байрамды йыр – шиғырҙар менән аралаштырып алып барҙы.
Кисә дауамында донъялағы иң ғәзиз кешегә арналған,, Әсәйем – изге фәрештәм “тип аталған видеояҙма килгән ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. Шәриф Биҡҡол исемендәге музей директоры Ҡотлобаева Фәйрүзә әсәйҙәрҙе гүзәл байрам менән ихлас ҡотланы һәм юмор менән һуғарылған шиғыр уҡып ишеттерҙе. Артабан ҡотлау һүҙҙәрен,, Ғаилә” үҙәге хеҙмәткәре Ҡудашева Зилә еткерҙе һәм йыр бүләк итте. Сарала ,, Илһам” яҙыусылар ойошмаһы ағзалары Асфандиярова Зөлфиә, Латыпова Венера, Рәхимова Алия, Тажетдинова Мәулиҙә әсәйҙәр тураһында яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр һәм үҙҙәренең бик фәһемле хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Үҙенең авторлығында йыр менән сығыш яһаған Венера Латыпованы яратып ҡабул иттеләр. Китапхана хеҙмәт ветераны Рәхмәтуллина Рәшиҙә һәм педагогик хеҙмәт ветераны Абакачева Клара апайҙар ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотлап матур теләктәрен әйтеп үттеләр . Байрамды һәүәҫкәр йырсы Намаҙғолова Нәсимә әсәйҙәргә бағышланған йыр – моңдар менән биҙәне.
Сараның икенсе өлөшөндә ,, Зирәктәр, тапҡырҙар һәм етеҙҙәр ” тип аталған ярыш – уйын ойошторолдо. Әсәйҙәр йомаҡ сисеү, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар биреү , мәҡәл һәм әйтемдәр әйтеү , һүҙ эсендә һүҙ табыу, тиҙлеккә шиғыр яҙыу һәм ребустар сисеү буйынса ярыш – уйында ҡатнашып үҙҙәрен зирәктәр, тапҡырҙар һәм етеҙҙәр итеп күрһәттеләр. Уйын бик ҡыҙыу һәм ҡыҙыҡ барҙы. Үҙҙәре етеҙ, әүҙем, дәртле һәм һәләтле әсәйҙәргә, афарин!
Кисә бик йылы, дуҫтарса мөхиттә бер тында үтеп китте. Сәй табынында әсәйҙәр ихлас аралашып, күңелдәре менән ял итеп, рухи күтәренкелек алды. Һәр килеүсе шундай осрашыу ойошторған ҡыҙҙарға ысын күңелдән рәхмәттәрен әйтеп таралышты.
Әсәйем – изге фәрештәм. Әсәйҙәр көнөнә арналған сара.
28.11.2025
(12+) Әсәйем – изге фәрештәм. Әсәйҙәр көнөнә арналған сара.