Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система» муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Центральная библиотека

Часы работы


ПН-ПТ: 09:00-18:00
Без перерыва
СБ: 09:00-17:00
Обед: 13:00-14:00

“Башҡорт телен данлайым”

13.02.2026

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районы үҙәк китапханаһы залында Халыҡ – ара туған тел көнөнә арналған ,, Башҡорт телен данлайым ” тип аталған бик күркәм әҙәби – поэтик сара булып үтте. Осрашыуға ғалим – әҙәбиәт белгесе , юғары мәктәп уҡытыусыһы, СССР яҙыусылар союзы ағзаһы, профессор, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин; ғалим – филолог, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, доцент, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Ҡырмыҫҡалы районының Маҡтаулы гражданы Фәнзил Бүләк улы Санъяров; журналистике уҙаманы , дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Ҡырмыҫҡалы районының Маҡтаулы гражданы, ,,Табын” ырыуҙары берлеге рәйесе Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев ; Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының журналистар союзы ағзаһы Ҡырмыҫҡалы районы Табын ырыуының ҡор башы, ,, Илһам” әҙәби-ижад берекмәһе етәксеһе Фәрғәт Фәрит улы Ҡотлобаев ; Ҡырмыҫҡалы районы ,, Илһам” әҙәби – ижад берекмәһе ағзалары, ,, Даирә” район гәзите хәбәрселәре һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре йыйылды.
Сараны алып барыусы китапхана хеҙмәткәре Бикҡужина Гөлсиә, күренекле яҡташыбыҙ, фронтовик – яҙыусы Шәриф Биҡҡолдоң ,, Шағир йәне “тип аталған шиғыр юлдары менән башлап ебәрҙе.
Рәсми таныштырғандан һуң, һүҙ майҙаны аҡһаҡалдар ҡарамағына күсте.
Ғиниәтулла Ҡунафин әҙәбиәттең әһәмиәте, тел ҡөҙрәте, һүҙ көсө тураһында күп төрлө фекерҙәрен әйтеп үтте. Әҙәбиәт – милләттең рухи йөҙөк ҡашы булһа, әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәби тәнҡит уны тоноҡланыуҙан һаҡлаусы, халыҡтың күңел донъяһында уны балҡытып ебәрергә булышлыҡ итеүсе һутлы эликсир ул. Әҙәбиәтһеҙ кешенең рухи, мәҙәни йәшәйеше юҡ, шуға күрә зиһенде яҡшыртыу, фекерләү байлығы арттырыу өсөн күп китап уҡырға кәрәк, тине журналистика аҡһаҡалы.
Сараны дауам итеп филология фәндәре кандидаты Фәнзил Бүләк улы Санъяров шиғриәт һөйөүселәр менән оҫталыҡ дәресен үткәреп, шиғыр ғилеменең серҙәренә төшөндөрҙө. Шиғыр төҙөлөшө тураһында һөйләшкәндә беҙ иң тәү сиратта строфаға, ритм, рифмаға иғтибар итергә тейешбеҙ. Шиғырҙа образлылыҡ, дөйөмләштереү, үлсәмдәр тигән төшөнсәләр бар. Ҡайһы бер шиғырҙар үҙе үк көй һорап, йырлап тора, шуға күрә шиғырҙарығыҙҙы көйгә һалып йырлап ҡарарға кәңәш итәм. Шул ҡағиҙәләрҙең барыһын да үтәгәндә генә ул камил һәм моңло була, тине.
Фәнзил Бүләк улы ҡайһы бер яҡташ авторҙарҙың шиғырҙарын анализлап, үҙенең кәңәштәрен бирҙе.
Үҙ сиратында, Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев тарих менән телдең айырылғыһыҙ бәйләнешенә туҡталды. Табын ырыуы вәкилдәренең һәм районыбыҙ халҡының үҙ теленә, йолаларына булған тоғролоғон айырым билдәләп үтте. Ул үҙенең сығышында ,,Табынфест” һәм ,, Атайсал” кеүек проекттарҙың әһәмиәтенә баҫым яһаны.
Журналистика уҙаманы булараҡ, ул матбуғаттың һәм йәнле аралашыуҙың телде һаҡлауҙағы роле тураһында ла ҡиммәтле фекерҙәрен еткерҙе, ,,Илһам” төркөмө ағзаларын халыҡ яҙмышын тасуирлаған үткер темаларға мөрәҗәғәт итергә өндәне һәм уңыштар теләне .
,, Илһам” әҙәби-ижад берекмәһе етәксеһе Фәрғәт Фәрит улы Ҡотлобаев сығыш яһаны. Ул үҙенең ихлас һүҙҙәрендә мәртәбәле ҡунаҡтарға — йөкмәткеле, фәһемле сығыштары һәм ижади кәңәштәре өсөн оло рәхмәттәрен еткерҙе.
Шулай уҡ ул,, Илһам” берекмәһенең киләсәккә пландары менән бүлеште, ошондай мәртәбәле шәхестәр менән аралашыуҙың ижадсыларға яңы илһам өҫтәүен һәм туған телде һаҡлау юлындағы яуаплылыҡты арттырыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Мәртәбәле ҡунаҡтарыбыҙ үҙҙәренең ҡәләм емештәрен – китаптарын – ихлас күңелдән китапхана фондына һәм әүҙем тамашасыларға бүләк иттеләр. Был баҫмалар киләсәк быуынға оло аманат булып һаҡланыр.
Сара аҙағында Ҡырмыҫҡалы районының һәүәҫкәр йырсыһы Тимергазина Ғәлимә Ғатаулла ҡыҙы килгән хөрмәтле ҡунаҡтарға йылы рәхмәттәрен еткерҙе һәм моңло тауышы менән тамашасы күңелен яуланы.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән ,, Ҡырмыҫҡалы — илһам иле” исемле китап күргәҙмәһе сараға айырым бер төҫ өҫтәне. Бында районыбыҙҙың ижадсыларының, классик яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәре урын алғайны. Тел тураһындағы афоризмдар, шәхестәребеҙҙең ҡанатлы һүҙҙәре сараның төп идеяһын — туған телгә мәхәббәтте — тағы ла асығыраҡ күрһәтте.
Бөгөнгө осрашыу — ул ябай сара ғына түгел, ә туған телгә, ижадҡа һәм бер-беребеҙгә булған оло хөрмәт билдәһе. Китапхана залында яңғыраған һәр һүҙ, һәр шиғыр юлы киләсәк быуындарға аманат булып барып етер, тип ышанабыҙ.