Литературный вечер «Родники творчества на родной земле»
30 мая в рамках Международной книжной ярмарки «Китап-Байрам» в центральной библиотеке состоялось невероятно теплое, вдохновляющее событие — литературный вечер «Родники творчества на родной земле» («Туған ерҙең ижад шишмәләре»). Кармаскалинская земля всегда была щедра на таланты, и эта встреча в очередной раз доказала: наше духовное наследие живет, процветает и объединяет поколения!
Ярким моментом мероприятия стал просмотр видеоролика «Кармаскалы — колыбель моя дорогая» («Ҡырмыҫҡалым — ғәзиз бишегем»), который с большой любовью подготовила главный библиограф Лейсан Расиховна Галлямова.
Книга — это не только писатели, но и преданные читатели! В торжественной обстановке главный библиотекарь Лариса Ивановна Кириллова отметила и наградила наших самых активных любителей чтения.
Настоящим украшением вечера стала встреча с членами районного литературно-творческого объединения «Илһам», которое уже более 10 лет объединяет талантливых кармаскалинцев. Своим творчеством и теплом с нами поделились:
Фаргат Фаритович Кутлубаев — руководитель объединения, писатель, поэт, журналист;
Тагир Ягафарович Вильданов — писатель, журналист, ветеран труда;
Файруза Абдулкадыровна Кутлубаева — директор музея имени Шарифа Биккула;
Галима Гатаулловна Тимергазина — самодеятельная певица;
Маулида Турьяновна Тажетдинова — ветеран педагогического труда;
Зульфия Магасумовна Асфандиярова — активная участница объединения;
Минзаля Миндулловна Язгарова — ветеран педагогического труда.
Звучали стихи, лились песни, велись искренние разговоры о силе родного языка. Тагир Вильданов подарил фонду библиотеки свою новую книгу «Тапшырылмаған хаттар» («Неотправленные письма»).
Мы от всей души благодарим наших гостей за этот незабываемый праздник души! Пусть родники вашего вдохновения никогда не иссякают!
30 майҙа «Китап-Байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә үҙәк китапханала «Туған ерҙең ижад шишмәләре» исемле ижади кисә булып үтте. Ҡырмыҫҡалы ере таланттарға бай, һәм был осрашыу рухи мираҫыбыҙҙың йәшәүен, ҡәҙерле булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Сараның сағыу мәле — баш библиограф Ләйсән Рәсих ҡыҙы Ғәлләмова тарафынан ҙур һөйөү менән әҙерләнгән «Ҡырмыҫҡалым — ғәзиз бишегем» видеоролигын ҡарау булды.
Китап — ул яҙыусылар ғына түгел, ә тоғро уҡыусылар ҙа. Үҙәк китапхананың баш китапханасыһы Лариса Иван ҡыҙы Кириллова иң әүҙем уҡыусыларыбыҙҙы бүләкләне.
Кисәнең йәме — райондың «Илһам» әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары менән осрашыу ине. Үҙҙәренең ижады һәм йән йылыһы менән уртаҡлаштылар:
Фәрғәт Фәрит улы Ҡотлобаев — берекмә етәксеһе, яҙыусы, шағир, журналист;
Таһир Йәғәфәр улы Вильданов — яҙыусы, журналист, хеҙмәт ветераны;
Фәйрүзә Абдулҡадыр ҡыҙы Ҡотлобаева — Шәриф Биҡҡол исемендәге музей директоры;
Ғәлимә Ғатаулла ҡыҙы Тимерғазина — һәүәҫкәр йырсы;
Мәүлиҙә Түрйән ҡыҙы Тажетдинова — педагогия ветераны;
Зөлфиә Мәғәсүм ҡыҙы Әсфәндиәрова — берекмә ағзаһы;
Минзалә Миндулла ҡыҙы Яҙғарова — педагогия ветераны.
Кисәлә шиғырҙар яңғыраны, йырҙар ағылды, туған телдең ҡөҙрәте хаҡында ихлас һөйләшеүҙәр булды. Таһир Йәғәфәр улы китапхана фондына үҙенең яңы «Тапшырылмаған хаттар» китабын бүләк итте.
Ошо онотолмаҫ байрам өсөн барлыҡ ҡунаҡтарыбыҙға ҙур рәхмәт! Илһам шишмәләрегеҙ һис ҡасан һайыҡмаһын!